Вступление
Em D
Башҡортостан, әрнеү, ғазаптарым!
C G D
Күпме генә була түҙергә
Em D
Ышанмайыҡ алдаҡ - ялғандарға,
C G D
Етәр инде золом - йәбергә.
Em D
Илен, ерен һаҡлар батырҙарың
C G D
Эшһеҙлектән ситтә интегә,
Em C
Үҙ илендә, ҡара ҡол хәлендә
G D
Сит байҙарға, башҡорт, бил бөгә.
Ҡушымта:
Em C
Балаларың тыуыр, эй(е), башҡортом,
G D
Кем булыр һуң уның милләте?
Em C
Мишәр, сыуаш,типтәр, урыҫмы?
G D
Нисек булыр тотош, килбәте?
Em D
Ерҙәребеҙ тартып алынған,
C G D
Ҡалғандарын инде һатҡандар.
Em D
Ҡыҙҙарыбыҙ- әрмән һөйәркәһе,
C G D
Ебәк түшәк булып ятҡандар.
Em D
Ҙур уҡыуҙар бөткән улдарыбыҙ
C G D
Татар, сыуаш, урыҫ ирҙәре,
Em D
Ә ауылда ҡалған буйҙаҡтарҙың,
C G D
“Йәшел йылан” бөгөн йәрҙәре.
Ҡушымта:
Em C
Балаларың тыуыр, эй(е), башҡортом,
G D
Кем булыр һуң уның милләте?
Em C
Мишәр, сыуаш,типтәр, урыҫмы?
G D
Нисек булыр тотош, килбәте?
Ҡушымта:
Em C
Башҡортостан, Илем – атайсалым!
G D
Эй, башҡортом, төптән уйлайыҡ,
Em C
Киләсәк көн беҙҙең ҡулда әле,
G D
Һәр саҡ һаҡта, берҙәм булайыҡ.